Әҙәбиәтебеҙҙең көләс йөҙлө арғымағы

Риф Файзрахман улы Мифтахов 1939 йылдың 17 сентябрендә Башҡортостандың Ишембай районы Кинйәбулат ауылында тыуа. 1958 йылда Ишембайҙа башҡорт урта мәктәп-интернатты тамамлай. Совет Армияһы сафында хеҙмәт итә. Башҡорт дәүләт университетының филология факультетында укый. 1968-1974 йылдарҙа – Өфөлә Башҡортостан китап нәшриәтендә, һуңынан "Совет Башҡортостаны" гәзитендә, "Ағиҙел", "Башҡортостан ҡыҙы", "Һәнәк" журналы редакцияларында эшләй.
Риф Мифтахов 1976 йылдан Яҙыусылар Союзы ағзаһы. Был талант эйәһе төрлө жанрҙар өлкәһендә һәйбәт әҫәрҙәр тыуҙыра.
"Өскөл хаттар", "Тормош ағасы", "Илаһы мәл", "Ҡояш шаһит" шиғыр китаптарын, "Күҙ йәштәре", "Юл күрһәтеүсе йондоҙ", "Бөркөт бейеклектән ҡурҡмай", "Яңғыҙлыҡҡа дарыу юк" кеүек повестар һәм хикәйәләр йыйынлыҡтарын халыҡ бик йылы ҡабул итте. Һуңғы йылдарҙа Риф Мифтахововтың "Саҡма осҡондары", "Арғымаҡ сапһын оҙаҡ" исемле китаптары донъя күрҙе.
Төрөмбәт халҡы өсөн Риф Мифтахов бигерәк тә яҡын, үҙ шәхес – ул беҙҙең яҡташ шағирыбыҙ, атаҡлы башҡорт шағиры Рәшит Назаровтың тормошон һәм ижадының өйрәнеүгә күп көс һалған шәхес. Уның мөхәррирлегендә Рәшит Назаровтың "Йәшен"," Һайланма әҫәрҙәренең I,II " томдары донъя күрҙе.
Төрөмбәт ауыл китапханаһында үткән "Әҙәбиәтебеҙҙең көләс йөҙлө арғымағы" исемле дәрес Риф Мифтаховтың 80 йәшлек юбилейына арналды. Төрөмбәт мәктәбенең 6 кластар уҡыүсыһылары (cиныф етәксеһе Исанбаева Дилара Идрис ҡыҙы) бик күп мәғлүмәт алдылар. Улар өсөн "Риф Мифтаховҡа 80 йәш" тигән китап күргәҙмәһе булдырылды.

                                                                                                                                               24.09.2019г.