1 ноябрҙә, Рәшит Назаровтың тыуған көнөндә, Ауырғазы районында төрлө саралар үтте

 

"Үлгәндән һуң - йәшәү бар", тип боронғолар

Әйтмәгәндәр тиккә, ләкин - эй дөрөҫлөк!

Түбән йәндәр үлә. Ә ҙур йәндәр һаман

Йәшәп ҡала - тере йөрәктәргә күсеп!

 

1 ноябрҙә, Рәшит Назаровтың тыуған көнөндә, Ауырғазы районында төрлө саралар үтте.

Талбазы башҡорт гимназияһында “Назаров уҡыуҙары” ойошторолдо. Фәнни-ғәмәли конференцияла Мәләүез,Ҡырмыҫҡалы, Ауырғазы, Әлшәй, Стәрлетамаҡ,Өфө һ.б. район һәм ҡалаларынан уҡыусылар һәм студенттар эҙләнеү эштәре менән сығыш яһаны. Ижади секцияла уҡытыусылар ҙа ҡатнашты. Улар Р. Назаровтың тормош, ижад юлына байҡау яһаны, үҙҙәре яҙған шиғырҙарын уҡыны.

Өфөнән, Стәрлетамаҡ ҡалаһынан ҡунаҡтар ҙа килде. Уларҙың беренсе барған урыны район тарихи-крайҙы өйрәнеү музейы булды. Унда шағирҙың яҡташы, Төрөмбәт ауылынан Гөлфиә Ханнанованың шәхси күргәҙмәһе һәм Рәшит Назаров юбилейына бағышлап асылған экспозиция менән таныштылар. Артабан шағирҙың тыуған ауылы Төрөмбәткә юл тоттолар.

Төрөмбәт еренә Өфөнән, Стәрлетамаҡтан, Талбазынан ҡунаҡтар, шағирҙың тыуған ерендә уны иҫкә алыу өсөн, аяҡ баҫты. Улар араһында ауылдаштары, билдәле журналист Мәликә Әминева, Мораҙым ауылында тыуып үҫкән фольклорсы ғалимә, филология ф әндәре докторы, атҡаҙанған фән эшмәкәре Фәнүзә Нәҙершина, Усман (Ҡаҙморон) ҡыҙы, доцент, филология фәндәре кандидаты Ләйлә Хөсәйенова, филология фәндәре кандидаты, БДПУ-ның башҡорт филологияһы факультеты етәксеһе, профессор Луиза Сәмситова, ғалим-биолог, Башҡортостан ҡортсолоҡ һәм апитерапия фәнни-тикшеренеү үҙәге етәксеһе Әмир Ишемғолов, “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналының баш мөхәррире Салауат Кәримов, Ауырғазы районы башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе Фәүзиә Юламанова, район ветерандар советы рәйесе Инсаф Мифтахов, “Зәңгәр шишмә” әҙәби берекмәһе рәйесе, шағир Вәрис Аҡбашев һ.б. бар ине.

Төрөмбәт ауылы мәктәбе алдында ҡунаҡтарҙы ихлас ҡаршы алдылар. Йыр-моң, татлы бауырһаҡ, буҙа менән һыйланылар. Мәктәптәге Рәшит Назаров музейында шағирҙың тормошо, ижады менән таныштырҙылар. Стендтар менән таныштырғанда уҡыусы ҡыҙҙар билдәле ауылдаштары тураһында ғорурланып һөйләне.

Артабан ауыл зыяратына барып, шағирҙың ҡәберенә сәскәләр һалдылар.

Ауыл мәҙәниәт йортонда ҡунаҡтарға матур йөкмәткеле тамаша күрһәттеләр. Назаров шиғырҙарын уҡыу йыр-моң менән үрелеп барҙы. Балалар шиғырҙарҙы илһамланып, тасуири уҡыны. Г.Ильясова “Йөрәк” шиғырына яҙылған йырҙы оҫта башҡарҙы. Ҡунаҡтар уларҙың шағир ижадын яҡшы белеүҙәренә, башҡарыу оҫталығына һоҡланыуҙарын белдерҙе. Әмир Ишемғолов шиғыр бәйгеләрендә еңеүсе балаларға үҙе алып килгән бүләктәрен тапшырҙы.

Рәшит Сәйетбаттал улының туғандары, класташтары хәтирәләре менән уртаҡлашты. Яҡындарының ижадын яратҡандары, уны хөрмәтләгәндәре өсөн рәхмәттәрен еткерҙе.

Төрөмбәт ауылы – Рәшит Сәйетбаттал улының тыуған изге урыны. Ошонда уның атай нигеҙе, уның йөрөгән һуҡмаҡтары, ижадына юл асҡан бәрәкәтле ерҙәр. Хәтерләүҙәренсә, буласаҡ шағир Өршәк буйҙарында йөрөргә, ағым һыуға ҡарап уйланырға яратҡан. Тормошто тәрәндән аңлау, һәр ғәҙәти нәмәнән дә мәғәнә табыу, ер-йыһан киңлегендә фекер итеү, үҙенсәлекле тасуирлау саралары таба белеү – был сифаттар Рәшит ағайҙың ижадына хас, улар уға тыумыштан оло бүләк итеп бирелгән.

Төрөмбәт халҡы шундай мәшһүр, күренекле шәхестәре булыу менән сикһеҙ ғорурлана.

Артабан юбилей саралары райондың мәҙәниәт һарайында дауам итте. Район хакимиәте башлығы Зөфәр Йәүҙәт улы Иҙрисов барыһын да сәләмләне, оло шәхесте хөрмәтләгәндәре өсөн рәхмәтен әйтте. Ул районыбыҙҙың депутаты, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Рөстәм Рифат улы Ишмөхәмәтовтың ҡотлау һүҙҙәре яҙылған хатын еткерҙе.

Фәнүзә Нәҙершина, Салауат Кәримов, Луиза Сәмситовалар үҙ сығыштарында Рәшит Назаров ижадының фәлсәфәүи тәрәнлегенә, уның ҡабатланмаҫ биҙәктәргә эйә булыуына һоҡланыуҙарын белдерҙе.

Фәнни-ғәмәли конференцияла, шағир ижадына арналған интернет-бәйгелә еңеүселәр сәхнәгә саҡырылды, уларға грамоталар, иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.

Рәүилә Бардыбаева. aurgazy.bashkortostan.ru

02.11.2019 г.