Йәшел Башҡортостан

Төрөмбәт ауыл биләмәһе лә «Йәшел Башҡортостан» акцияһына, республикабыҙҙың  100 йыллыҡ тарихына арналған сараға ҡушылды. Күмәкләшеп мәктәп баҡсаһына ағастар ултырттыҡ. Был эштән Төрөмбәт ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре лә ситтә ҡалманы.Ошо үҫентеләр шаулап үҫеп китһә, беҙҙең дә өлөш булды тип уйлайбыҙ.

   Күмәкләгән яу ҡайтарған, изге эште бергәләр эшләнек, Башҡортостаныбыҙҙың байрамын бергәләп ҡаршы алайыҡ, дуҫтар!

   Шуныһы менән был сара хәтерҙә ҡалыр, ағас ултыртыу уҡытыусылар көнө менән тура килде. Беҙ,Төрөмбәт мәктәбе уҡытыусыларын ошо уңайҙан һөнәри байрамдары менән ҡотлайбыҙ. Улар беҙҙең үткәргән сараларыбыҙҙа ярҙамсыларыбыҙ булып торалар. Уларға таҙалыҡ, оҙон ғүмер, тәртипле, яҡшы уҡыусылар теләйбеҙ. Байрамығыҙ ҡотло булһын!

                                                                                                                                          07.10.2019Г.