Мин яҙҙарҙан алам дәрт-дарман...»

Әлфиә Нәжип ҡыҙы Әсәҙуллина  Ауырғазы районының Үтәймулла ауылында тыуа. Урта мәктәпте тамамлағас,  1982 йылда Башҡорт дәүләт университетының филология факультетына ситтән тороп уҡырға инә. Бер үк ваҡытта Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә корректор булып эш башлай. 1992 йылдан балалар әҙәбиәте мөхәррире. Шағирәнең “Күбәләк күлдәк ҡотлата”, “ Зоопрак килде беҙгә”  , “Ысыҡлы ҡояш”, “ Хыял осошо” шиғри китаптары донъя күрҙе.

      5 синыф уҡыусылары өсөн ойошторолған дәрестә БСТ каналында “Әҙәби кәрәҙ” программаһында күрһәтелгән Әлфиә Әсәҙуллина менән әңгәмәнең видеоролигы күрһәтелде.Уҡыусылар шағирәнең тере тауышын тыңланылар.Китапханала шағирәнең ижадына бағышланған “Мин яҙҙарҙан алам дәрт-дарман...” исемле китап күргәҙмәһе булдырылды.  Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Иҫәнбаева Дилара Иҙрис ҡыҙына рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.

                                                                                                                                         6.03.2019г.